top of page

                                  

Башҡортостан  Республикаһының мәғариф министырлығы Өфө ҡала округы Совет районы

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү  учреждениеһы

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы

 

 

Кеше организмына бәйле фразеологизмдар

 

 

                                                                                Башҡарҙы:  6 “а” класы уҡыусыһы  

                                                                                 Исҡужина Гөлдәр Илдар ҡыҙы

                                                                                 Етәксеһе: Хәсәнова Э. С.

                                

    

 

Йөкмәтке

1.  Инеш……………………………………………………………………………..…….3

2. Беренсе бүлек. Теоретик тикшереү………………………………..….4

    2.1. Кеше  организмына бәйле фразеологизмдар……………………….…… ..5

    2.2.  Баш менән бәйле фразеологизмдар…… ……………..……………………6

    2.3.  Тән өлөшө менән бәйле фразеологизмдар………………………………...9

    2.4.  Кешенең эске органдарына бәйле фразеологизмдар………………......11

3.  Икенсе бүлек. Практик өлөш……………………………………………………...12

      3.1.  Анкета……………………………………..………………………………...….12

3.2.   Һорауға яуап эше. ……………………………………………………..……..13              

3.3.  Зәйнәб  Биишеваның «Көнһылыу» повесында кеше

 организмына бәйле фразеологизмдар……………………………..…………..…13

4.   Йомғаҡлау…………………………………………………..………………………14

5.  Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………….…………...15

 

 

                                                                                                         Лингвистика секцияһы

      Номинация: Башҡорт теле

                       Кеше  организмына бәйле фразеологизмдар.

                       Исҡужина  Гөлдәр

                                                 Башҡортостан  республикаһының

                                                            Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең  

                                            мәғарифидаралығы Өфө ҡала

                                                      округы Совет районының Мостафина

                                                 Ф. Х. исемендәге 20-се Өфө ҡала

                                                  башҡорт гимназияһының 6А класы

         уҡыусыһы

                                            Ғилми етәксеһе: Хәсәнова Э.С.

 

   Башҡорт теленең фразеологик берәмектәрен Ж. Кейекбаев, Х. Йосопов, З. Ураҡсин һәм башҡа ғалимдар ҙа тикшергән. Был темаға бик күп китаптар сығарылға,  диссертатциялар яҙылған,  эҙләнеү эштәре лә башҡарылғандыр. Бөгөнгө көндә фразеология юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында, урта мәктәптәрҙең башҡорт теле дәрестәренең программаларына индерелгән.

    Башҡорт тел ғилемендә фразеологияның өйрәнелмәгән проблемалары, асылмаған мәсьәләләре күп әле. Уның иң аҙ тикшерелгәндәренең береһе-фразеологик берәмектәрҙең текста ҡулланылышы, бигерәк тә матур әҙәбиәттә һүрәтләү сараһы булараҡ тотҡан урыны. Фразеологик берәмектәрҙең конкрет әҫәрҙәр эсендә йәки әҙәби телдә айырым жанрҙарында ҡулланылышын өйрәнеү мәсьәләләре лә мөһим.

  Халыҡ теле менән әҙәби тел араһында даими бәйләнеш бар, һәм улар үҙ-ара йоғнто яһаша.

     Күп фразеологик берәмектәр кеше тәненең өлөштәре исеменән барлыҡҡа килә, йәки тән өлөшө хәрәкәте менән бәйле.

 Минең тикшереү эшемдең темаһы: “Кеше организымына  бәйле фразеологизмдар” тип атала.

    Ни өсөн мин был теманы һайланым һәм ул ҡайһы яғы менән актуаль?  Сөнки башҡорт тел ғилемендә фразеологизмдар бөгөнгө көнгә тиклем өйрәнелеп бөтмәгән. Ә халыҡ телмәрендә бөгөн булһын йәшәй, байый һәм өйрәнелә.

Бигерәк тә башҡорт фразеологизмдарының кеше оргынизымына бәйле яҡтарын бер кем дә айырым өйрәнмәгән.

      Минең тикшереү эшемдең маҡсаты:

Башkорт телендәге  фразеологик берəмектəрҙең кеше организмына  бәйлелеген өйрәнеү.

       Эшемдең бурыстары:

Башҡорт тел ғилемендәге   фразеологизмдарҙы өйрәнеү.

Кеше организмына бәйле фразеологизмдарҙы типтарға бүлеү.

 Фразиологик берәмектәрҙе  урынлы ҡулланырға өйрәнеү.

 

 

Инеш

Фразеологик берәмектәр ер йөҙөнөң бөтә телдәрендә лә киң таралған һәм ҡулланыла. Башҡорт теле шулай уҡ фразеологизмдарға бик бай.  Фразеологик берәмектәр әҙәбиәттә, фәни китаптарҙа, матбуғатта, шулай уҡ көн- күрештә, ябай халыҡ телендә бик күп осрай.

Нимә һуң ул фразеологизмдар, фразеологик берәмектәр?  Фразеология һүҙе нимәне аңлата? Быны белер өсөн Ураксин Зиннур Ғәзиз улының “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нә күҙ һалайыҡ. Дөйөм тел ғилемендә фразеологияны (фразис-грекса һүҙбәйләнеш, логос - фән, ғилем)  өйрәнеүҙең ике йөҙ йылдан артыҡ тарихы бар.  Фразеологизмдар мәғәнәһе менән һүҙгә оҡшап тора, уларҙың күбеһенең мәғәнәһен бер һүҙ менән дә биреп була, йәғни улар һүҙҙең айырым мәғәнәһендә синоним булып та килә, фразеология тел ғилеменең үҙ аллы тармағы булып та һаҡлана.

Хәҙерге башҡорт теле фразеологияһы оҙаҡ йылдар буйына үҫеш һөҙөмтәһе булып тора. Бүтән фразеологик берәмектәр кеүек үк уның да сығанағы булып фольклор тора. Йылдар барышында ул тулыландара ла, байый бара. Фразеологик берәмектәр төп башҡорт телендә һәм сит, телдәрҙәндә аланырға мөмкин.

Башҡорт теленең фразеологик берәмектәрен Ж. Кейекбаев, Х. Йосопов, З. Ураҡсин һәм башҡа ғалимдар ҙа тикшергән. Был темаға бик күп китаптар сығарылған, диссертатциялар яҙылған, эҙләнеү эштәре лә башҡарылғандыр. Бөгөнгө көндә фразеология юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында, урта мәктәптәрҙең башҡорт теле дәрестәренең программаларына индерелгән.

Тел ғилемендә кеше организымына бәйле фразеологизмдарҙы тикшереп, уларҙың  28  төрөн билдәләнем. Күҙ, баш, йөрәк, ҡул, тел, ауыҙ, аяҡ, ҡолаҡ, елкә, тамаҡ, танау, теш, бит, бармаҡ, бауыр, морон, бил, муйын, арҡа, сәс, мейе, күҙәнәк,  маңлай, үпкә, керпек, һөйәк, ҡабырға, кендек. Ошо фразеологизмдарҙы тән өлөштәренә бүлеп, төркөмләнем.

 

 

 

 

 

 

 

 

                             2. Беренсе бүлек. Теоретик тикшереү

 Башҡорт тел ғилемендә фразеологияның өйрәнелмәгән проблемалары, асылмаған мәсьәләләре күп әле. Уның иң аҙ тикшерелгәндәренең береһе-фразеологик берәмектәрһең текста ҡулланылышы, бигерәк тә матур әҙәбиәттә һүрәтләү сараһы булараҡ тотҡан урыны. Фразеологик берәмектәрҙең конкрет әҫәрҙәр эсендә йәки әҙәби телдә айырым жанрҙарында ҡулланылышын өйрәнеү мәсьәләләре лә мөһим.

      Нимә һуң ул фразеологизмдар, фразеологик берәмектәр?  Фразеология һүҙе нимәне аңлата? Быны белер өсөн Ураксин Зиннур Ғәзиз улының “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нә күҙ һалайыҡ. Дөйөм тел ғилемендә фразеологияны (фразис-грекса һүҙбәйләнеш, логос-фән, ғилем)  өйрәнеүҙең ике йөҙ йылдан артыҡ тарихы бар.  Фразеологизмдар мәғәнәһе менән һүҙгә оҡшап тора, уларҙың күбеһенең мәғәнәһен бер һүҙ менән дә биреп була, йәғни улар һүҙҙең айырым мәғәнәһендә синоним булып та килә, фразеология тел ғилеменең үҙ аллы тармағы булып та һаҡлана.

      Фразеологик берәмектәр ер йөҙөнөң бөтә телдәрендә лә киң таралған һәм ҡулланыла. Башҡорт теле шулай уҡ фразеологизмдарға бик бай.  Фразеологик берәмектәр әҙәбиәттә, фәни китаптарҙа, матбуғатта, шулай уҡ көн-күрештә, ябай халыҡ телендә бик күп осрай.  Халыҡ теле менән әҙәби тел араһында даими бәйләнеш бар, һәм улар үҙ-ара йоғнто яһаша.

     Күп фразеологик берәмектәр кеше тәненең өлөштәре исеменән барлыҡҡа килә, йәки тән өлөшө хәрәкәте менән бәйле.

 

 

 

2.1.   Кеше  организмына бәйле фразеологизмдар

 

 

Кеше  организмына бәйле фразеологизмдар                          

 

     Баш  менән

 

Тән өлөшө менән

 

Эске  органдар      менән

 

 

  Танау

         

 

Йөрәк

 

Бауыр

 

  Елкә

 

  Аяҡ

 

  Ауыҙ

         

                                                        

 

 

Мейе

 

  Ҡул

 

 Арҡа

 

   Тел

 

  Баш

                                                  

 

 

   Бит

 

     Күҙ

 

Тамаҡ

 

   Бил

 

Муйынн

 

  Бармаҡ

 

   Сәс

 

 Ҡолаҡ

 

    Теш

 

 

      

             2.2.  Баш менән бәйле фразеологизмдар

 

                2.2.1.    Ауыҙ менән бәйле фразеологизмдар

Ауыҙ асыу – һүҙ башлау, хәбәр һөйләү.

Ауыҙ бешеү – яңылышлыҡ эшләп, шуның ҡыйынлығын кисереү.

Ауыҙға инеп барыу – ярарға тырышып, ышанып, бик яҡынлап хәбәр һөйләү.

Ауыҙға йөҙөк йәшереү – бер һүҙ ҙә әйтмәү, һөйләшмәү.һ.б.

 

 

                   2.2.2.   Баш менән бәйле фразеологизмдар

 Баш аша атлау – өҫтә торған кешенең фекере, уйы менән иҫәпләшмәү.

Баш баҫып – бик күндәм, бирелеп эшләү.

Баш ватыу – берәй мәсьәләне хәл итергә тырышып, ныҡ уйлау.

Баш етеү – уйлап, осона сығыу.

Башҡа етеү – үлтереү һәләк итеү.

Башы күккә тейеү – бик ныҡ шатланыу.

Баш ҡаҙығы – өлөшкә, яҙмышҡа төшкән бәлә- ғаза.

Башҡа сүп өйөү – ғәйепләү.

 

                                                                                                                         

                          2.2.3.   Бит менән бәйле фразеологизмдар

Бит бешеү – оятлы булыу, оятсылыҡ килтереү.

Битеңдә ҡаны юҡ – йөҙө ап-аҡ булған.

Битен йыумаған – оятын юғалтҡан, намы?ы юҡ.

Битенән алыу – кеше алдында оятлы итеү.һ.б.

 

 

        

     2.2.4.   Күҙ менән бәйле башҡорт  телендәге фразеологизмдар

Күҙ аларыу- тулҡынланыу, һиҫкәнеүҙән ни эшләгәнде белмәү.                                

Күҙ алдына баҫыу- тышҡы ҡиәфәт, күренештәр иҫкә килеп һынланыу.

Күҙ алдынан үткәреү – уй фаразды бер-бер артлы күҙҙән үткәреү.

Күҙ алмаһы кеүек күреү – бик яҡын ғәзиз күреп һаҡлау, ҡәҙерләү.

Күҙ ҙә астырмау – әрләп, хурлап, ҡаршы әйтергә ирек бирмәү.

Куҙ асып йомғансы – бик тиҙ, минут эсендә.

Күҙ атыу – иғтибар менән төбәлеп ҡарап тороу.

Күҙ-алыу -  мәшәҡәттәрҙән бушанып, иркенләп ҡалыу.

Күҙ буяу – юҡты бар итеп күрһәтеү.

Күҙгә йоҡо төйөлөү – йоҡлағы килеү.

Күҙе дүрт булыу – көтөлмәгән хәлдән ныҡ аптырау, ғәжәпләнеү.

Күҙ  уйнатыу – мәғәнәле итеп ҡараш ташлау.

Күҙҙә шайтан бейеү – ниндәйҙер эске хәйлә, мәкер менән яныу.

Күҙҙән сүп эҙләү – юҡ ғәйепте табырға тырышыу.

Күҙе маңлайына менгән – күҙ алдындағын күрмәй, тапап йөрөгән кеше.

Һәм  тағы ла бик күп күҙ менән бәйле  башҡорт теленең фразеологик берәмектәре.

 

 

                  2.2.5.   Тамаҡ менән бәйле фразеологизмдар   

Тамағына арҡыры тормаһын – ашармын тип уйламаһын.

Тамағы һиҙә икән – тәм – томдо яратҡан, гелгенә ашарға ынтылып кешегә ҡарата көлөп әйтелә.

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә – ашау өсөн,ас ҡалмаҫлыҡ тырышыуға ҡарата әйтелә.

Тамаҡ ялғау – әҙ – мәҙ ашаштырып алыу.

Тамаҡ ярыу – ныҡ итеп ҡысҡырыу һ.б.

 

 

                    2.2.6.   Танау менән бәйле фразеологизмдар

Танау аҫты кипмәгән – иҫәпкә алырлы, һанға һуғырлы булып үҫеп етмәгән.

Танау буйына ҡарап – һаулыҡ күрһәтеү.

Танауға еҫ инеү – донъяның серҙәрен һиҙә, аңлай башлау.

Танау төшөү – күңелһеҙ, бошонҡо хәлдә булыу.һ.б.

                       2.2.7.   Тел менән бәйле фразеологизмдар

Тел асҡысы – һүҙ оҫталығы.

Тел асылыу – һөйләй башлау.

Тел ауыҙға һыймау – ғәйбәт һөйләп йөрөү.

Тел бәйләнеү – тулҡынланыу, йәки башҡа берәй сәбәптән әйтер һүҙҙе әйтә алмау.

Телгә бөткән – һүҙгә бик шәп булып та эшкә юҡ кеше хаҡында әйтелә.

 Телде арҡыры тешләү – арып, хәлдән тайыу.һ.б.

                       2.2.8.   Теш менән бәйле фразеологизмдар                  

Теш араһына ҡыҫтырыу – ашап алыу.

Теш батмау – булдыра алмау, ҡулдан килмәү.

Теше төшкән – берәй эште бур тәжрибә туплаған.

Теше – тырнағы менән – бик ҡаты, бар көстө, тырышлыҡты биреп.

Теш ҡайрау – асыу һаҡлап,уҫал ниәт тотоу.

Теш һыныу – берәй эште башҡара алмау, еңелеү.

Теш һыуын һурыу – ас йәшәү, аслыҡ кисереү һ.б.

 

                        2.2.9.  Ҡолаҡ менән бәйле фразеологизмдар

Ҡолағын кейеҙ ҡаплаған – ишетмәмешкә һалышҡан, әйткәнде тыүламаған.

Ҡолағы осло – бик һиҙгер, һүҙҙең асылын тиҙ тоя торған.

Ҡолаҡ ҡағыу – кемдәндер йәки нимәнәндер тороп ҡалыу.

Ҡолаҡҡа ҡаты – ишетмәй, һаңғырау.

Ҡолаҡҡа төшөү – билдәле булыу, ишетелеү.

Ҡолаҡҡа элеү – тыүлау, үҙен иҫәпкә алыу.

 

                    

                      2.2.10.   Сәс менән бәйле фразеологизмдар

Сәс сәскә бәйләнеү – өйләнешергә яҙған булыу.

Сәс менән иҙән һепереү – кемгәлер ярарға тырышыу, ҙур тырышлыҡ күрһәтеү.

Сәсте йолҡоу – нимәгәлер ныҡ үкенеү.

Сәс үрә тороу – ныҡ ҡурҡыу.

 

 

 

       2.3.  Тән өлөшө менән бәйле фразеологизмдар

                       2.3.1.   Аяҡ менән бәйле фразеологизмдар

Аяғын ҡыҫҡартыу – килеп йөрөмәҫлек итеп тыйыу.

Аяҡ аҫтына һалып тапау – һанға һуҡмай, юҡҡа сығарыу.

Аяҡ баҫыр урын юҡ – кеше йәки мерәй нәмә бик күп булған тығыҙ урын.

Аяҡҡа баҫтырыу – үҙ аяғы менән йөрөрлөк хәлгә килтереү, хәл-көс биреү.

Аяҡ таратмау – барғы килмәү. Һ.б.

 

                          2.3.2.   Арҡа менән бәйле фразеологизмдар

Арҡа терәп – артыңда таяныс һибеп, ышаныс менән һөйләшеү.

Арҡаға бысаҡ ҡаҙау – көтмәгәндә мәкерле һөжөм итеү, ауыр хәлгә ҡуйыу.

Арҡа  йылытыу – эшләмәй тик йөрөү.

Арҡа тыянысы – ныҡлап ышанырбай, тыяныс булырбай кеше.һ.б.

 

                         2.3.3.   Бармаҡ менән бәйле фразеологизмдар

Бармағынан бал тама – һәр эшкә ҡулы бара, бик оҫта.

Бармағы үҙенә ҡарай кәкре – урлашырға, сәлдеерүгә әүәҫ.

Бармаҡ араһынан ҡарау – тейешле етдилек, иғтибар бирмәү,һалҡын ҡарау.

Бармаҡ баҫымындай – ҙур нәмәне бәләкәсәйтеп күрһәтергә теләгәндә әйтелә.

Бармаҡ менән һынарлыҡ – бик аҙ.һ.б.

 

                      2.3.4.   Бил менән бәйле фразеологизмдар

Бил бөгөү – ныҡ тырышып эшләү.

Бил быуыу – бур теләк менән нимәгәлер әҙерләнеү.

Билгәһуғыу – ҡыйынлыҡ кисереү, ауыр хәлгә ҡуйыу.

Билдән балта төштө – ҡулдан эш китте.һ.б.        

        

 

                    2.3.5.    Елкә менән бәйле фразеологизмдар

Елкә батыу – эште булдыра алыу, барым булыу.

Елкәгә менеү  - өҫкә сығып ихтыярһыблау , тулыһынса буйһондора алыу.

Елкәгә тейеү - туйҙырыу ,ялҡытыу.

Елкәлә күтәреү – үҙ өҫтөндә алып барыу.

Елкәңә ҡамыт төшөү – яуаплылыҡтан, бурыстан, эштән ҡотолоу, бушау.

Елкә сейләнеү – ауыр эштән ныҡ йонсоу.

Елкәһе йоҡа – эшкә барымһыҙ, бик ялҡау.һ.б.

 

                            2.3.6.    Ҡул менән бәйле фразеологизмдар

Ҡул алмаш – бер эште ике кеше сиратлап, ярҙамлашып башҡарыу.

Ҡул араһына кереү – эшкә ярай башлау.

Ҡул арты ауыр – кемдер һуңынан, эшкә мал-туарға килтереүгә ҡарата.

Ҡул күтәреү – һуғыу.

Ҡулған килгән тиклем – булдыра алғансы, хәлдән килгәнсе. Һ.б.

 

                           2.3.7.    Муйын менән бәйле фразеологизмдар

Муйынға аҫылыныу – ир – атҡа оҡшарға тырышып ятыу.

Муйынға ҡамыт кейеү – өйләнеп, ғаилә мәшәҡәттәрен сумыу.һ.б.

Муйындан батыу – эш, йомошҡа ныҡ күмелеү.һ.б.

 

 

            2.4.  Кешенең эске органдарына бәйле фразеологизмдар

 

                        2.4.1.     Бауыр менән бәйле фразеологизмдар

Бауыр баҫыу – үҙ итеү.

Бауырға инеү – кешенең күңеленә үтеп инергә тырышыу.

Бауыр ите – күңелгә бик яҡын, ҡәберле.

Бауыр ҡайнау – әсенеп өҙгөләнеү.

Бауыр өҙөлөү – һағыш эсендә яныу, өҙгөләнеү.һ.б.

 

                               2.4.2.    Йөрәк менән бәйле фразеологизмдар

Йөрәге мүкләнгән – дәрте һүнгән.

Йөрәген алыу – ҡурҡытыу.

Йөрәген иретеү – тулыһынса  үҙеңә ҡаратыу.

Йөрәккә сыҙай алмау – эске кисерештән ни эшләргә белмәү.

Йөрәк аша үткәреү – тәрән кисереү.

Йөрәк итеү – ҡыйыулыҡ, тәүәкеллек күрһәтә алыу.

Йөрәк жыу итеү – ҡыпыл ҡурҡыуҙан тетрәнеү, ҡаушау. Һ.б.

 

                        2.4.3.      Мейе менән бәйле фразеологизмдар

Мейене игәү – бәйләнсек уй-фекерҙән ҡотола алмау, гел бер нәмәне уйлау.

Мейе серетеү – баш эшләмәһә лә уҡырға тырышыу.

Мейене ярып һалһаң да булмай – тыңламай, аҡылына, зиһененә һеңмәй.

Мейе шыйыҡлатыу – уйлау һәләтен юғалтыу.

 

 

 

 

 

 

                      3.  Икенсе бүлек. Практик өлөш.

                                              3.1. Анкета.

         Башҡорт телендәге кеше организмына бәйле фразеологик берәмектәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, А класында 4 һорауҙан торған анкетаға  яуаптар алдым.

  1. Башҡорт телендә фразеологизмдар беләһеңме?

  2. Фразеологик берәмектәрҙе  телмәреңдә ҡулланаһыңмы?

  3. Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә кем фразеологизмдарҙы йыш ҡуллана?

  4. Ғаиләгеҙҙә иң күп ҡулланылған фразеологизмдар.

 

 

 

            Анкета һорауҙарына алынған яуаптарҙан сығып, һөҙөмтә яһарға була;

  1.  60%  уҡыусылар  беренсе һорауға “эйе” тип яуап бирҙеләр.

  2. 20 %  уҡыусылар икенсе һорауға “ҡулланам” тип яуапланы.

  3. 10%  уҡыусылар “атай-әсәйем” тип яуап яҙҙы.

  4. 10%  уҡыусылар  үҙҙәре белгән кеше организмына бәйле фразеологизмдар яҙған.

Һығымта:

 

 

 

  1.                               

 

  • Күҙ алмаһы кеүек күреү” -  тигән фразеологизм  нимәне аңлата?

  •  

Әлбиттә, был эш алымы ла уңышлы үтте. Сөнки, бөтә үҡыусы ла һорау алыуҙы риза булып ҡабул итте. Күрһәткестәр таблица ла бирелә.

 

Күҙ алмаһы кеүек күреү

  5а класы уҡыусыларының уаптары

        %

         

      Һаҡлау, ҡәҙерләү, ғәзиз күреү

    40 %

 

      Ишеткәнем бар

    20 %

 

      Тәүгә ишетәм

    40 %

        Һығымта:

        

3.3.  Зәйнәб  Биишеваның «Көнһылыу» повесында кеше  организмына бәйле фразеологизмдар

 

Дөйөм тел ғилемендә нығынған һүҙ бәйләнештәрҙе өйрнеүҙең 200 йылдан артыҡ тарихы бар. Төрки телдәр белгесе С. Н. Моратов үҙенең «Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр» исемле китабында башҡорт теле материалын киң файҙаланып, һүҙбәйләнештәргә квалификация яһай. Шулай уҡ Х. Ғ. Йосопов фразеология өлкәһендә эшләй. Артабан башҡорт теленең фразеологияһын дөйөм мәсьәләләрен Ж. Ғ. Кейекбаев тикшерә. З.Ғ. Ураҡсин башҡорт теленең фразелогия һүҙлегенең авторы.

Беҙ Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесында кеше организмына  бәйле фразеологизмдарҙы ҡараясаҡбыҙ.

Мәҫәлән, тормошта бик күп ҡулланылған көн үткәреү, күҙгә бәрелеү, эс бушатыу, күңел күтәреү, тамаҡ туйҙырыу, ҡулдан килеү кеүек нығынған һүҙбәйләнештәр әҫәрҙәге образдарҙың кисерештәрен, йәшәйештәрен сағылдырып үтәләр. Мәҫәлән: Мәрйәм, илай-илай бер аҙ эсе бушағас, башын күтәреп, үҙен ике яҡтан ҡосаҡлап ултырған иптәштәренә ҡараны.[1; 297]

Йәнле һөйләү телендәге фразеологик берәмектәр үҙҙәренең образлылығы, мәғәнә биҙәгенең төрлөгөгө менән айырылып тора. [2; 94] Көнһылыуҙың һуғыш хафаһының бөтөүен – йөрәк төйөнө яҙылыу һәм уның антонимы – йөрәк ҡыҫылыу, Хәбирә инәйҙең ауыҙыңда бал да май, фразеологизмдары менән биргән Зәйнәб Биишева.

Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән фразеологик берәмектәр – яҙыусылар үҙҙәре һүрәтләгән хәл-ваҡиғаларҙы, геройҙарҙы һынландырып биргәндә төрлө стилистик ҡатламға ҡараған фразеологик берәмектәр менән бер рәттән башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән нығынған һүҙбәйләнештәрҙе лә файҙалана. [97] Был осраҡта Зәйнәб Биишева Ғәйшәнең башҡа ҡыҙҙарға мах бирмәүен бирешмәүен күрһәткәндә ҡулланған тиергә була.

Зәйнәб Биишеваның “Көнһылыу” повесында бик күп фразеологик берәмектәр ҡулланылғаны бик асыҡ күренә. Әммә шул фразеологик берәмектәрҙең тик кеше организмына бәйле булғандарын ғына һайларға тырыштым. Шуға күрә мин,  дәрестә һәм дәрестән һуң ваҡыттарҙа үҙемдең класташтарыма  түбәндәге  эш төрҙәрен тәҡдим иттем. Маҡсатым: уҡыусылар Зәйнәб Биишева әҫәренә ҡыҙыҡһыныу булдырасаҡ, әҫәрҙәрҙе уҡыған ваҡытта фразеологизмдарға ла күҙ һаласаҡтар.

 

Беренсе эш төрөн “Көнһылыу”ҙа фразеологизм ярата” тип атаным, сөнки әҫәрҙә нығынған һүҙбәйләнештәрҙең күп ҡулланылыуы билдәле. Был күнегеүҙә фразеологизмдарҙы тултырып яҙырға кәрәк.

  1. Бында теләгәнсә илап,... бушатып ҡайтырға мөмкин ине.(күңелде)

  2. Көнһылыу, ҡыҙҙар менән ярышып, ... төшкәнсе, бик оҙаҡ бесән сапты. (ҡара тиргә)

  3. Мәрйәм, илай-илай бер аҙ ... бушағас, башын күтәреп, үҙен ике яҡтан ҡосаҡлап ултырған иптәштәренә ҡараны.(эсе)

  4. Өләсәһенең был һүҙҙәре Зөфәрҙең бик ныҡ... тейҙе, хатта уның күҙҙәренән йәш бөрсөктәре атылып сыҡы. (сәменә)

 

 

Икенсе эштә өс төркөм эшләй, һәр төркөмгә әҫәрҙән өҙөк бирелә һәм шул өҙөктән улар фразеологик берәмекте табып, шул берәмеккә һүрәт төшөрөргә тейеш.

 

         БЕРЕНСЕ ТӨРКӨМ: “Ауылды сығыу менән Көнһылыу колхозға хат ташыусы Камилане күрҙе. Ул, сумкаһынан гәзит һәм хаттар ала-ала, уға табан килә ине. Көнһылыуҙың йөрәген ике төрлө уй телгеләп үтте.”

 

         ИКЕНСЕ ТӨРКӨМ: “Көнһылыу, ҡыҙҙар менән ярышып, ҡара тиргә төшкәнсе, бик оҙаҡ сапты. Бала сағынан уҡ өйрәнгәнлектән, бесәнде ул яҡшы саба ине. Уның атаһы: “Минең Көнһылыу ҡыҙым егеттәрҙән кәм сапмай”, тип маҡтана торғайны”.

 

         ӨСӨНСӨ ТӨРКӨМ: “Көнһылыу, өҫтөнә һалҡын һыу бөркөлгән шикелле, һиҫкәнеп китте.йөрәге ҡаты тулап, битенә, ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙыу ҡан йүгерҙе һәм ғәжәпләнгән күҙҙәрен ҙур асып иренә текләне.”

 

Өсөнсө эштә З. Биишева әҫәренән алынған фразеологизмдарҙың кеше организмына бәйле булғандарын  табырға.

 

 

 

Йомғаҡлау

      Эҙләнеү эшемдән сығып,  дөйөмләштереп әйткәндә, мин үҙемдең “Кеше организымына бәйле фразеологизмдар” исемле тикшереү эшемдә башҡорт теленең фразеологик берәмектәрен тикшереп, уларҙы төркөмләү һөҙөмтәһенә ирештем. Ҡуйылған маҡсатымды теүәл башҡарҙым, бурыстарымды барланым. Эш барышында үҙемә һығымта яһаным. Телмәребеҙҙә фразеологик берәмектәр ҡулланып, кеше күңелен рәнйетмәй генә уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай итеп  фразеологик берәмектәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте  бик ҙур.   

     Кеше организымына бәйле фразеологизмдарҙы бөтәһе 28 төргә бүлдем. Был эшемде киләсәктә лә дауам итеп, халыҡ телмәрендәге фразеологик берәмектәрҙе өҫтәп өйрәнәсәкмен. Эшемдең һөҙөмтәһе итеп китапсыҡ сығарырға ирештем.

 

 

 

  

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                     

                                                                

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. Икенсе том: роман, повестар, хикәйәттәр,хикәйәләр. – Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996. – 576 бит.

  2. Псәнчин В. Ш. Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2003. 192 бит.

  3.  Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологияһы.- М., Наука, 1975.

  4. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.- Өфө: Китап, 1996.

  5. Усманова М.Ғ. Башҡортса – русса синонимдар һүҙлеге.- Өфө: Китап, 2001.

  6. Нугаманова И. Р. Лексика фразеологическое отрицание в башкирском языке.

“Вестник” Нижегородского университета им. Н. И. Лобачевского, 2012, № 2 (1), с. 378-.380

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                     

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                        

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

bottom of page