top of page

            Болон сәскәләре

 

Болондарға сығып иҫерҙем мин

Ялан сәскәләре еҫенә.

Талғын ғына ҡапыл ел иҫкәндәң

Һин дә төштөң минең иҫемә.

 

Эй тәбиғәт, ҡайҙа һаҡлайһың һин

Бөтмәҫ мөғзижәле сереңде?

Тормошта ла кеше һиңә оҡшап,

Йәшәһәсе ҡыймай күңелде.

 

Ҡасандыр бит беҙҙә ялан буйлап

Үткән инек икәү парлашып.

Ялан сәскәләре бәүелгәндә,

Һандуғастар ҡалды көнләшеп.

 

Эй тәбиғәт, һиңә бағып  әйтәм,

Кеше лә бит һинән ярала.

Ниңә улар сәйер булып ҡала?

Тоҙ һибелә иҫке яраға.

 

Болон йондоҙҙарын иркәләтеп,

Ҡояш һипте тағы ал нурын!

Йылмайышып серләштеләр улар,

Аңлап булманы шул, телен!

 

Тик, шулай ҙа, иҫ китерлек еҫтән

Мин бит шуны яҡшы аңлайым.

Күңелдәрем уйсан булғанда ла

Һинән алыҫлаша алмайым.

 

                        Ҡоштар

 

Күккә ҡарап тағын бер һоҡландым

Тулҡынланып аға болоттар.

Ҡыйғас штай теҙ(е)леп ҡоштар оса

Таралдылар аҡһыл томандар.

 

Томан ҡалҡып, зәңгәр күк асылды

Ҡояш көлдө алтын нур һибеп.

Тау артында ҡалды зәңгәр офоҡ

Балҡыны күк сихри таң һыҙып.

 

Аяҙ күктән ҡоштар осоп үтте,

Һауа менән ерҙе тигеҙләп.

Яҙын, көҙөн һәр миҙгелдә шулай

Сәләм  килтерҙеләр бик ипләп.

 

Һауаларҙа һайрап осҡан ҡоштар

Беләләрме йыһан киңлеген?

Күктең иген-сиген гиҙәләр бит

Беҙгә һилпеп, елдәр тиҙлеген.

 

Күккә ҡарап йәнә бер һоҡландым

Алтын табаҡ ай ҙа балҡыған.

Атылалар етегән йондоҙҙар ҙа,

Сихри тынлыҡ мине байҡаған.

Сәпсек

 

Иртә таңдан сәпсек туҡылдатып

Ҡош телендәй сәләм килтерҙе.

Йөрәгемә йылы һыуын һибеп

Ҡара күҙ йәштәрен киптерҙе.

 

Йәнә ҡошсоҡ күтәрелде күккә,

Һинең күңелеңде  биҙәргә.

Еләҫ елдәй осҡан сәпсек аша

Мөхәббәт бирелгәйне беҙгә.

             Муйыл сәскәләре

 

Муйыл ағастары сәскә атып

Аҡ шәлдәрен суҡлап ябынған.

Ә беҙ икәү, ике йәш йөрәккәй

Тирәләнек уның янынан.

 

Ҡояш нурҙарын да был сәскәләр

Көмөш шишмә булып сағыла.

Мөхәббәтең йырын ҡоштар йырлай

Беҙгә лә бит моңдар ағыла.

 

Муйыл сәскәләре – туй күлдәге

Тетрәндерҙе минең күңелде.

Һөйөүҙәрҙең тәүге һүҙҙәренә

Ике йөрәк бергә  күмелде.

bottom of page