
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына:
-
Башҡот теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы камиллаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләргә, инновацион технологияларҙы ҡулланып уҡыу процессын алып барырға;
-
Башҡорт телен ҡулланыуҙың даирәһен киңәйтеү маҡсатында киң ҡатлам уҡыусыларҙы синыфтан тыш сараларға йәлеп итергә;
-
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын заманса йыһазландырыу өҫтөндә эшләргә, кабинеттарҙың методик базаһын системалаштырыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итергә;
-
Башҡорт телен тел белмәгән уҡыусылар өсөн коммуникатив йүнәлештә өйрәнеүҙе беренсе планға ҡуйырға;
-
Уҡыу процессының сифатын объектив баһалау өҫтөндә эште киң йәйелдерергә, предмет буйынса мониторинг системаһын булдырырға, баһалау системаһының тотороҡлоғона өлгәшергә;
-
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусыларҙың белем сифатын күҙаллау маҡсатында диагностика эшенә әҙерлек алып барырға;
-
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға уҡыусыларҙы әҙерләү кимәлен күтәрергә;
-
Фәнни эҙләнеү эшен ойошторғанда уҡыусыларҙың үҙаллы эшләүенә, сығыш яһау оҫталығын үҫтереүгә ирешеү;
-
Уҡыу процессында төрлө типтағы һүҙлектәрҙе әүҙем ҡулланырға.
Йәш уҡытыусыларға методик тәҡдимдәр
-
Уҡытыу ысулдарының һәм алымдарының иң эффектлыһын һайлап ал һәм ҡуллан.
-
Дәрестең структураһын (төҙөлөшөн) һаҡла.
-
Дәрес-конспект төҙөгәндә балалар өсөн сыҡҡан ваҡытлы матбуғат биттәренә мөрәжәғәт ит.
-
Дәресте башлар алдынан класс бүлмәһендә эш урынындә тәртип булдыр, уҡыусының иғтибарын эшкә йүнәлт.
-
Таҡтаны дөрөҫ ҡуллан: тейешле текстарҙы, күргәҙмәлектәрҙе тәнәфестә үк яҙып элеп ҡуй; уларҙы эстетик зауыҡ менән биҙә (эшлә).
-
Һәр дәрестә баланың телмәрен үҫтереү күнекмәләре өҫтөндә эшлә (артикуляцион күнегеүҙәр, тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр, һүҙлек эштәре, кескәй шиғырҙарҙы динами уҡыу).
-
Уҡыусылар өсөн улар уйланырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк һорауҙар төҙө һәм бир.
-
Баланың уҡыуында һәм яуаптарында ебәрелгән хаталарға иғтибарлы бул. Уларҙы ваҡытында төҙәт.
-
Баланың күҙен хаталы яҙылған һүҙҙән һаҡла (йәғни ваҡытында дөрөҫләп бар).
-
Уҡыусыларҙа һөйләүсенең телмәрен иғтибар менән тыңлау һәләтен үҫтер.
-
Телмәрҙә рус һәм диалект һүҙҙәрен, шулай уҡ балаларға аңлашылмаған терминдар ҡулланма.
-
Өндәрҙе артикуляцион яҡтан дөрөҫ әйтергә өйрәт.
-
Балаларҙан һорауға тулы яуап биреүҙәрен талап ит.
-
Дәрестә предмет-ара бәйләнеш булдыр.
-
Ял итеү минуттарын ваҡытлы һәм эффектлы итеп үткәр.
-
Дәрестә уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә ал.
-
Уҡыусыларҙы дәрес башында маҡтап, хуплап алырға онотма; яҡшы, бик яҡшы; эйе, дөрөҫ; афарин.
-
Балаларҙан таҡтала һәм дәфтәрҙә каллиграфик дөрөҫ яҙыуҙы талап ит. Быға ирешеү өсөн иң беренсе үҙеңдең яҙыуыңды башҡаларға өлгө булырлыҡ ит.
-
Һәр эш аҙағында һығымта яһарға, ә дәрес аҙағында уны йомғаҡларға, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә баһа бирергә онотма.
-
Уҡыусыларҙың ижади эшләү һәләтен, ихтияр көсөн үҫтер. Һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныу, эҙләнеү теләге булдыр.
-
Предмет буйынса белем биреүҙе тәрбиә эше менән берлектә тормошҡа ашыр.
-
Уҡыусыларҙың активлығын үҫтер.
-
Ватанға, тыуған төйәккә, туған телгә ихтирам тәрбиәлә.
-
“Яҙып бөттөгөҙмө?”, “уҡып бөттөгөҙмө” тигән һорауҙар урынһыҙ (улар йыш ҡына класта шау-шоу тыуҙыра).
-
Дәрестә әүҙем ҡатнашыусы – бала, ә уҡытыусы эшкә йүнәлеш биреүсе, баһалаусы ролен атҡара.
Уҡылған әҫәргә рецензия яҙыу тәртибе
-
Әҫәрҙе иғтибар менән уҡып сығығыҙ. Кәрәк булһа, айырым өлөштәрен ҡабаттан уҡығыҙ.
-
Темаһын һәм төп фекерен билдәләгеҙ.
-
Әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар, уларҙы бөнгөнгө көн менән ауаздашлығы тураһында яҙығыҙ.
-
Образдар системаһына һәм уларҙың характер үҙенсәлектәренә баһа бирегеҙ.
-
Авторҙың тел-стиль оҫталығына, персонаждарҙың телмәренә иғтибар итегеҙ.
-
Авторҙың үҙе һүрәтләгән хәл-ваҡиғаларға һәм геройҙарға мөнәсәбәтен асыҡлағыҙ.
-
Уҡыусыға йоғонтоһо, рухи үҫешенә тәьҫире тураһында уйланығыҙ.
-
Әҙәби кимәленә һәм ҡиммәтенә баһа бирегеҙ.
-
Ошоларҙы иҫәпкә алып, план төҙөгөҙ, тезис итеп киңәйтегеҙ, рецензия кимәленә еткерегеҙ.
Картина буйынса инша яҙыу тәртибе
-
Картинаны ижад иткән рәссам тураһында мәғлүмәттәр менән танышығыҙ.
-
Картинаның исеменә иғтибар итегеҙ. Йөкмәткеһе менән бәйләнешен асыҡлағыҙ.
-
Картинаны иғтибар менән ҡарағыҙ. Нимәләр төшөрөлөүен, ниндәй ваҡиғалар һүрәтләнеүен асыҡлағыҙ.
-
Иншаның темаһын билдәләгеҙ һәм уға исем бирегеҙ.
-
Иншанын планын төҙөгөҙ.
-
Эш барышында төрлө һүрәтләү сараларын ҡулланығыҙ, төҫтәргә төрлө деталдәргә иғтибар бирегеҙ.
-
Эшегеҙҙе башта ҡараламала яҙығыҙ, хаталарын төҙәткәндән һуң дәфтәргә күсерегеҙ.
Иншаны, изложениены тикшергәндә хаталарҙы билдәләү тәртибе
Уҡытыусы яҙма тексты тикшергән саҡта дәфтәр бите аҫтында төрлө хаталарҙы шартлы тамғалар менән билдәләй:
Ф – фактик хата.
[ ] – артыҡ өлөш (артыҡ һүҙ)
W – ниҙер төшөп ҡалған (һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, фекер)
Z – абзац бүленмәгән.
X – абзац дөрөҫ билдәләнмәгән.
[ I ] – фекерҙе дөрөҫ биреүҙә эҙмә-эҙлеклек юғалған.
Й – йөкмәткеһендә хата.
Т – телмәр етешһеҙлеге.
I – орфографик хата.
V – пунктуацион хата.
Г – грамматик хата