top of page

АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН АНКЕТА

 

БАЛАҒЫҘҘЫ ҺӘЙБӘТ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

 

БАЛАЛАРҘЫҢ СОЦИАЛЬ ҮҪЕШЕН БИЛДӘЛӘҮ

 

Бала үҙе тураһында беләме?

  1. Балағыҙ үҙенең тулы исемен, фамилияһын беләме?

  2. Үҙенең туғандары тураһында нимәләр белә?

  3. Адресын беләме: илен, ҡалаһын, йәшәгән йортоноң номерын, этажын, фатирының номерын? Өйҙәге телефон номерын?

  4. Шул уҡ ҡалала йәшәгән туғандарының, өләсәһенең, ҡартатаһының адресын беләме?

  5. Ата-әсәһенең ҡайҙа, кем булып эшләүен беләме?

 

 

Балағыҙ ниндәй уйындар ярата?

  1. Бала ниндәй уйын уйнарға ярата?

  2. Ниндәй төп ролдәрҙе (төп әллә ярҙамсы) нығыраҡ яҡын күрә?

  3. Бала күберәк тормоштағы хәлдәрҙе сағылдырамы, әллә уны әкиәт, йәәнһүрәт, кинофильм геройҙары ҡыҙыҡһындырамы?

  4. Уйында дуҫтары менән һөйләшеп уйнай беләме әллә йышыраҡ конфликтҡа инәме?

  5. Уйындың темаһын йыш алыштыралармы? Уйын йыш һәм оҙаҡ ҡабатланғанғанда яңылыҡтар индерәме?

Хөрмәтле ата-әсәләр, әгәр ҙә инде был һорауҙарға тиҙ генә яуап бирә алмаһағыҙ, баланы тағы ла күҙәтергә кәрәк.

 

Балағыҙҙы етерлек кимәлдә беләһегеҙ?

Беҙ балала нимә формалаштырырға теләйбеҙ? Әлбиттә, иң беренсе, аң-белем үҫешен, балалар һәм өлкәндәр менән аралашыуын.

Хөрмәтле ата-әсәләр, ә һеҙ үҙегеҙҙең балағыҙҙы яҡшы беләһегеҙме? Һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер нисә һорау. Был һорауҙарға яуап яҙыр алдынан балағыҙҙың тормошонан билдәле миҫалдарҙы иҫегеҙҙе төшөрөгөҙ.

  1. Балағыҙ ниндәй уйындар уйнарға ярата?

  2. Үҙенә ниндәй ролдәр һайлай?

  3. Бала үҙенең уйынында тормоштоң ысынбарлығын һүрәтләйме, әллә уны әкиәт, йәнһүрәт геройҙары ҡыҙыҡһындырамы?

  4. Балағыҙ уйын ваҡытында дуҫтары менән кәңәшә беләме, әллә йышыраҡ асыуланышамы?

  5. Уйындың темаһын йыш үҙгәртәме? Уйын ҡабатлаған ваҡытта яңы йөкмәткеләр индерәме?

  6. Балағыҙҙың дөрөҫөн һөйләмәгән осраҡтары буламы? Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн ул шулай алдаша?

  7. Үпкәләүе оҙаҡҡа һуҙыламы?

  8. Рәхмәт һеҙгә йыш әйтме?

 

Ата-әсәләргә консультациялар

Баланың социаль үҫешенә ниндәй ярҙам күрһәтә алаһығыҙ?

Һеҙҙең төп маҡсатығыҙ – баланы уратып алған мөхиткә, үҙгәрештәргә битараф булмаҫҡа, уны күҙәтергә өйрәтеү.

Саф һауаға сыҡҡанда, бала өсөн ниндәйҙер яңылыҡ билдәләгеҙ, үҙен дә яңылыҡтар эҙләргә өйрәтегеҙ: яңы төҙөлә башланған йорт бер этажға бейегерәк; автобустың төҫө үҙгәргән; түтәлдәрҙә сәскәләр атҡан; паркта яңы эскәмйә ҡуйғандар, әммә кемдер уны боҙоп та өлгөргән – был бик насар; машина урамды һепереп үтте, ә йорттар янында был эште урам һепереүселәр башҡара, әйҙә уларҙың эштәрен сағыштырайыҡ һ.б.

Саф һауала йөрөп ҡайтҡас, балаға иҫендә ҡалғандарҙы һүрәтләргә тәҡдим итергә була. Бала менән йышыраҡ булығыҙ, бергәләп йомаҡтар сисегеҙ, үҙегеҙ уйлап сығарығыҙ, уның фантизияһын, ижадын үҫтерегеҙ.

Баланы үҙенең эшләгән ҡылығына, белеменә, кисерештәренә анализ бирергә өөйрәтеү бик мөһим. Был осраҡта балаға тәүҙә уның ниндәй эштәре һәйбәт килеп сығыуын, һуңынанғына нимәне тағы ла төҙәтергә кәрәклеген аңлатыу мөһим. Балаға үҙегеҙ, бала сағығыҙ тураһында йышыраҡ һөйләгеҙ – ул бит үҙенең яҡындарына оҡшарға тырыша.

Балағыҙға йышыраҡ китаптар уҡығыҙ. Шул уҡ ваҡытта, китап уҡыу барышында, уға аңлашылмаған ерҙәрен аңлатығыҙ, үҙегеҙҙең быләҙәбиәткә ҡарашығыҙҙы ла билдәләргә онотмағыҙ. Былар барыһы ла балаға йөкмәткеһен аңларға ярҙам итә һәм һеҙҙе балағыҙ менән яҡынайта ғына.

Социаль донъяны аңлау уның билдәһе менән бәйле. Донъя күп төрлө, шулай булғас, баланың да билдәһе кире һәм ыңғай булырға мөмкин. Бала күберәк ата-әсәһенең билдәһенә иғтибар итә. Шуға күрә лә үҙегеҙҙең тойғоларығыҙҙа һәм билдәләрегеҙҙә бик һаҡ булығыҙ. Һаҡ булыу бала тик ыңғай яҡтарҙы ғына ишетергә тейеш тигәнде аңлатмай. Әмә ул һеҙҙең яҡтан йышыраҡ насар билдәләрен ишетһә тирә-йүнгә лә һеҙҙең ҡарашта буласаҡ. Балала бөтә донъяға кире тойғолар уянаса. Ниндәй ҡурҡыныс янай һуң? Бала саф тойғолар, ышаныс, киләсәккә хыялдар менән үҫергә тейеш. Был тойғоларһыҙ уның киләсәге ҡурҡыныс, ҡараңғы тормошҡа әйләнәсәк. Шуның өсөн дә бала менән бергә ҡыуанығыҙ, йылмайығыҙ, уйланығыҙ, тирә-яҡҡа, балағыҙға ҡарағыҙ. Балағыҙ һеҙҙең менән генә бәхетле тормош юлына аяҡ баҫасаҡ.

 

 

© 2015 Хәсәнова Эльмира

  • Vkontakte Social Icon
  • Odnoklassniki Social Icon
  • Google+ Social Icon
  • Facebook Basic Black
  • Twitter Basic Black
  • Instagram Basic Black
bottom of page